Отправить поступок по e-mail

Рамзия Каримова-Байбулатова: поддерживаю Уфимский хоспис
Повод: ЗАБЕГ.РФ - УФА-2023
Рамзия Каримова-Байбулатова, специальный корреспондент Главной редакции информационных программ БСТ, Заслуженный работник печати и массовой информации РБ.
Онкология, ямаш шеш. Әлеге заманда был мәкерле ауырыу хаҡында ишетмәгән, белмәгән кеше юҡтыр. Туғандар, яҡындар, дуҫтар араһында ла ошо аяуһыҙ сирҙән ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгәндәр ҙә, ҡотолоп ҡалғандар ҙа бар. Яҡын әхирәтемдең улына 4 йәшендә генә рактың 4 стадияһын ҡуйғайнылар. Ул балаҡай өсөн өҙгөләндек кенә, иҫләһәң әле лә тән земберләп китә. Әсәһе йөрәген һурып ҡына бирерҙәй хәлдә ине. Аллаға шөкөр, кескәйҙәрҙең организмы үҫә, күҙәнәктәре яңыра. Бала дауаланып әле тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Ә бына өлкән ҡыҙымдың класташы Әмирҙе ҡотҡара алманыҡ. Ул вакытта, 9 йыл элек, ярҙам һорап шылтыратмаған кешем, шаҡымаған ишегем ҡалмағайны. Күмәк көс менән 10 миллион һумдан ашыу аҡса ла йыйҙыҡ, Израиль клиникаһына ла барҙылар, тик ҡотҡара алманыҡ. Унан һуң күп тә үтмәй, гимназия-интернатта, университет йылдарында яҡшы аралашҡан ҡыҙ ошо яман сиргә дусар булды. Ике балаһы ҡалды. Иглингә репортаж эшләргә барғанда ҡурсаҡ һымаҡ ҡыҙын ҡосаҡлап әрнеп иланым, сараһыҙлыҡтан, көсһөҙлөктән. Ҡәһәрле, мәкерле сир, әллә күпме кешеләрҙең ғүмерен ҡыйҙы шулай. Ә ауырыуҙарҙың һуңғы көндәрендә ниндәй михнәттәр кисереүен уйлауы ла ҡурҡыныс. Шуға күрә лә Өфөлә хоспис төҙөлә башлауын ниндәйҙер өмөт утрауы һымаҡ ҡабул иттем. Әле ошо изге эшкә әҙ булһа ла үҙ өлөшөмдө индерәйем тип ярҙам марафонына ҡушылдым. Теләүселәр булһа, әйҙәгеҙ, бергә! Аҡсаны түбәндәге ссылка буйынса инеп күсерергә мөмкин! 50 һум да, 100 һум да ярҙам! Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын! Подробнее >>
Собрано:
22 100
Цель:
20 000
0%
Живая лента пуста

Реквизиты компании

ООО «Доброе Дело» Местонахождение и почтовый адрес: 117525, г. Москва, ул.Днепропетровская, д.3, корп. 5, 1 этаж, пом.III, ком. 6, офис 2 ОГРН 1157746776087 от 24.08.15
ИНН 7726350600 КПП 772601001
р/с 40702810902980000634 в АО "Альфа-Банк" г. Москва
к/с 30101810200000000593
БИК 044525593
Телефон: 8 (499) 112 4780 Email: info@sdelai.org

Заголовок

Текст

Выбрать дату

Уведомление

Отчет добавлен!